Концерты и шоу
  • 6+

    Юмористическое шоу "Һәнәк" ("Вилы")

    200 % вечер юмора и смеха! 1 апреля. Большой зал Башгосфилармонии. Юмористическая программа "Һәнәк" ("Вилы") предназначен для тех, кто умеет принимать и понимать юмор. В концерте участвуют талантливые, давно полюбившиевся артисты-юмористы нашей эстрады. Среди них Гульзамия Ситдикова, Лилия и Халит Фатиховы, Фаяз Янтурин, Зульфия Ахметова, Алмас Амиров, Хаким Муртазин, Шагит Хамматов и другие.

    Приходите и смотрите!
    Режиссер проекта - заслуженная артистка РБ Сулпан Аскарова.

    "Һәнәк" - юмористик-шоу

    ҺӨЙӨНСӨ! 200 процентлы "Көлкө кисәһе"! 1 апрель. Башҡорт дәүләт филармонияһы, Ҙур зал – "Һәнәк" юмористик-шоу программаһы. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән бер-аҙ арындырып, йәнләндереп, кәйефтәрен күтәреп ебәреү ниәтендә ойошторолған хәтәр шәп тамаша!

    Арыу-талыу белмәй, күңел йылыһы, күтәренке кәйеф һағында тороусы юмористар, йырсылар, бейеүселәр хатта яҙыусылар Халыҡ-ара көлкө көнөнә башкорт телендә нәшер ителеүсе сатирик журнал «Һәнәк» менән берлектә уртаҡ проект тәҡдим итә. Ретро-юмор, пародиялар, монологтар, шаян йырҙар һәм бейеүҙәр тик күтәренке кәйефле, шаярыу яратҡан һәм ҡабул итә белгәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән.

    Эстрадабыҙ был өлкәлә уңышлы ижад итеүсе сәхнә оҫталарына бай. 1 апрель уларҙың иң-иңдәре филармония сәхнәһенә сығасаҡ. Гөлзәмиә Ситдикова, Лилиә һәм Хәлит Фатыховтар, Фаяз Йәнтүрин һәм Зөлфиә Әхмәтова, Алмас Әмиров, Хәким Мортазин, Шәһит Хамматов көнүҙәк мәсәләләрҙе фашлап, кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтергә, ҡыҙыҡлы пародиялары, интермедиялары менән тамашасыны көлдөрөргә күптән әҙер.

    Дәртһеҙҙәрҙе дәртләндерер, күңелдәргә йәм өҫтәр тамашаға ял итергә, дауаланып йән һәм тән сихәте алырға ашығығыҙ, дуҫтар! Бер минут көлөү бер сәғәткә ғүмерҙе оҙайта, тип әйтәләр. Шулай булғас 1 апрель – “Һәнәк” юмаристик шоуына билеттар алырға ашығығыҙ!

    Ишетмәнем тимәгеҙ, ишетегеҙ! Күрмәнем, тип үкенгәнсе – килеп күрегеҙ!

Актуальных мероприятий нет
Рейтинг@Mail.ru